12 Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора.
Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.
Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде.
Уң яғымдан ябырыла был өйөр, Мине аяҡтан йығырға тырыша, Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә.
Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына, Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән, Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам».