11 Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай.
Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?
Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр.
Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.
Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай.
Тирә-яғыңда йығылып ятыр меңдәр; Унар меңдәр уң яғыңда ҡолар, Ә һиңә ҡағыла алмаҫ хәтәр.
Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы.
Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.