5 Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ.
Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр.
Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы?
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме?
Иманлының шәме яҡты яна, яуыздыҡы быҫҡып һүнә.
Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.
Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы.
барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә.
Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй.
Әммә һеҙ, ут яҡҡан, Ялҡынлы уҡ менән ҡоралланған һәр кем Үҙегеҙҙең утығыҙҙың, Ҡыҙған уҡтарығыҙҙың ялҡынына юлығығыҙ. Минән аласағығыҙ шул: Ғазап эсендә ятасаҡһығыҙ!
Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр.
Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ.