12 Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор.
Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни?
Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!»
Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар,
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ.
Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».
Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр.