16 Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?»
Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине:
Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер.
Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр.
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.
Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр.
Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.
Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.