1 Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә.
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде.
Һулышымдың еҫенән ҡатыным биҙҙе, Ҡәрҙәштәрем минән ерәнәләр.
Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе.
Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем?
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине.