8 Тиремде йыйырсыҡтар менән ҡапланың – Был миңә ҡаршы шаһитлыҡ итә. Ҡоро һөйәк ҡалыуым да миңә ҡаршы һөйләй.
Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың, Асыуыңды ҡабартаһың, Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла.
Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды, Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды.
Тире лә һөйәк кенә тороп ҡалдым, Бына-бына йәнем сығып бара.
Уның тәне күҙ алдында кибә, Һөйәктәре төртөп килеп сыға.
Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!
Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.
Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»
Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне.
Илемдән тулы сыҡҡайным, Раббы мине буш ҡул ҡайтарҙы. Ниңә һеҙ миңә Ноғоми тип өндәшәһегеҙ? Раббы миңә ҡаршы булды, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе мине хәсрәткә һалды, – тине.