5 Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.
Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;
Һөйләһәм дә, әрнеүем баҫылмаҫ, Тынһам да, һыҙланыуым кәмемәҫ.
Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем, Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем, Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым.
Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.
Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң?
Тимерҙе тимер сарлар, кешене кеше үткерләр.
Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккә ләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт.
Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.