4 Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;
Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.
«Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы? Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы?
Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем.
Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса, Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра».
Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж.
Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.
Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ, телен тыйған аҡыллы булыр.
Ахмаҡ күп һөйләй, ләкин киләсәктә ни булырын бер кем белмәй; үҙенән һуң ни булырын уға кем әйтһен?
Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.
Һин Исраилдан көлә инең түгелме? Бурҙар араһында тотолдомо ни ул, уның хаҡта һүҙ сыҡһа, һин баш сайҡайһың?
Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.
Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр.
Бүтәндәрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ.
Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.