16 Ҡыҙарынды битем күп илауҙан, Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма.
Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә.
Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды, Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды.
Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә.
Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ, Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ.
Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ. Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ Йүгән менән теҙген мотлаҡ.
Уға яңы бер йыр йырлағыҙ, Шатлыҡ ауаздары яңғыратып, Оҫта итеп уйнағыҙ.
Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен!
Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине, Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған, Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны.
Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты».
Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ!