Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 16:10 - Изге Яҙма

10 Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 16:10
22 Iomraidhean Croise  

Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килде лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының рухы ни рәүешле минән китеп һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – тине.


Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килә лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының Рухы ни рәүешле минән китеп, һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – ти.


Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы.


Уң яғымдан ябырыла был өйөр, Мине аяҡтан йығырға тырыша, Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала.


Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.


Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!


Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.


Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр.


Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын, Әйҙә туйғансы хурланһын.


Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар.


Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары:


Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме?


Иң баш ҡаһин Һананиас Паулус янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙәһегеҙ бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan