Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 15:6 - Изге Яҙма

6 Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 15:6
12 Iomraidhean Croise  

Мин ҡолоң унда-бында ҡаранғансы, әсир ҡасып киткән. – Һин үҙеңә үҙең хөкөм сығарҙың, – тине Исраил батшаһы. – Әле генә нисек әйттең, шулай булыр.


Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер.


Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла.


„Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем.


Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр. Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр.


Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын, Тулҡындарҙың шаулағанын, Халыҡтарҙың ғауғаларын Баҫылдырған Һинһең.


Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.


Шунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!


Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan