11 Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килде лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының рухы ни рәүешле минән китеп һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – тине.
Һеҙ белгәнде мин дә беләм, Һеҙҙән бер ҙә кәм ерем юҡ.
Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы?
Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем.
Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр, Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр.
Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине.
Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем.
Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен
Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе.