5 Әҙәм ғүмеренең көндәре һанаулы, Айҙары Һинең ихтыярыңда, Сик ҡуйғанһың – уны үтә алмаясаҡ.
Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында.
Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем.
Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын.
Юҡһа, ғүмерҙәре бөткәс, көндәренең ахыры килгәс, Ғаиләһендә уларҙың ни ҡайғыһы бар?
Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?
Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын.
Ауыҙыма яңы бер йыр һалды – Аллабыҙға гүзәл маҡтау йыры. Күптәр күреп тетрәнерҙәр әле, Раббыбыҙға инанырҙар.
Тыуыр ваҡыт һәм үлер ваҡыт, Сәсер ваҡыт һәм йолҡоп алыр ваҡыт бар;
Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ.
Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.
Бына ул нимә аңлата: Мене – «Алла һинең батшалыҡ итеүеңде иҫәпләп сығарған һәм уға сик ҡуйған».
Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.
Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.
Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.
Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,
һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда.
Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр.