1 Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора.
Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте: «Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап, Мин ашама тип тыйған ағастың Емешен ашаған өсөн Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде: Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды.
– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.
Ҡапыл малай атаһына: – Уй, башым ауырта, башым! – тип ҡысҡырҙы. Атаһы хеҙмәтсегә улын тиҙ генә әсәһенә алып ҡайтырға бойорҙо.
Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын
Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын?
Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын?
Ҡара, Алла хозурында ай ҙа тоноҡ, Хатта йондоҙҙар ҙа пак түгел.
Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай, Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ.
Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме?
Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша.
Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер.
Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй.
Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле!
Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».
Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села
Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу.
Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт.
Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым? Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер, Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни?
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.