8 Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?
Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.
Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти: хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш;
Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит.
Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.