7 Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?
Йеһу ҡала халҡын йыйып: – Ахав Бәғелгә аҙ хеҙмәт итте, ә мин күберәк хеҙмәт итәсәкмен, – тип иғлан итте. –
Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ.
Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер.
Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ!
Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил.
Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең Ҡасан һәләк булғаны бар? Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең?
Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.
Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.