4 Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
Әммә мин: «Әйткәндәреңдең береһе лә дөрөҫ түгел, һин уны үҙең уйлап сығарғанһың», – тигән яуап ебәрҙем.
«Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем, Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар.
Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ?
Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай.
Тик өмөттәре алданыр, Ҡороған йылға үҙәненә еткәс, шаҡ ҡатырҙар.
Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ: Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ.
Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. –
Дәғүәңде берәү ҙә хәстәрләмәй; Йәрәхәтеңә дауа юҡ, Яраларың төҙәлерлек түгел.
Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып, бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ!
„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.
Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай?
Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ.
Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.
Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Ул, бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле насарлана ғына барған.