23 Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды.
Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең?
Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
„Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен.
Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын, Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ.
Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын».