22 Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар.
Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем!
Һин мине саҡырыр, ә мин яуап бирер инем; Мине – Үҙең бар ҡылғанды – һағыныр инең.
Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон.
Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир.
Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам.
Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым?
Шул саҡта Унан ҡурҡмай һүҙемде әйтер инем, Әммә мин ундай түгелмен.