16 Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине.
Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ, Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ.
Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр, Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем.
Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай; Уның һәр аҙымын күреп тора –
Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.
Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай; Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә.
Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм, Хазина тапҡандай булам.
Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»
Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.
Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе.