12 Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан.
– Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:
Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.
Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме?
Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын.
Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ.
Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған».
Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине:
Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?
Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты.
Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр, Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар.
Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!
Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.
Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың.
Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.