10 Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ.
Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.
Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы?
Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым.
Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды.
Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым!
Әгәр ҙә инде берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуйһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун алдында енәйәтсе булаһығыҙ.