9 Бар нәмәне Раббының ҡулы яһаған – Уларҙың ҡайһыһы быны белмәй?
Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине.
Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы? Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен. Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй?
Тупраҡҡа әйт, һиңә төшөндөрһөн, Диңгеҙҙәге балыҡтарҙан һора – һөйләп бирһен.
Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы.
Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән!
Кешеләр күрһен дә белһен, Бергә уйлап аңлаһындар – Быларҙы Раббы ҡулы эшләгән, Исраилдың Изгеһе булдырған».
– Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән.
Эй Аллабыҙ, ҡолоңдоң доғаһын һәм ялбарыуын ишет – Үҙең хаҡына, бөйөк Хакимым, тар-мар ителгән Изге торлағыңды рәхмәтең менән нурландыр.
Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып: – Эфес халҡы! Эфестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. –
Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин.
Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.