2 «Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр!
Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.
«Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы? Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы?
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Әйүп былай тип яуапланы:
«Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы?
Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ – Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым.
Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың.
Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм, Зиһенем яуап бирергә рухландыра.
Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
Бай кеше үҙенә үҙе аҡыллы булып күренер, ләкин башы булған ярлы кеше уны фашлар.
Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә, Аҡыллы һанағандарға ҡайғы!
Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар.
Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?