16 Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында.
Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме?
Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?
Ысынында, кешелә булған рух, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы әҙәмгә зирәклек бирә.
Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға.
Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.
Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен.
Былай тине: – Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын! Сөнки Ул – хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.