12 Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була.
Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны.
Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк.
Буздың нәҫеленән Барахелдың улы Әлиһу былай тине: «Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ. Шуға ла ҡыйыуһыҙландым, Фекеремде белдерергә ҡурҡып торҙом.
„Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“.
Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш.