8 Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.
Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла? Күҙҙәреңде күтәреп баҡ, Йондоҙҙар ҡайһылай бейек!
Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ.
Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы?
Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ.
Бөтөн кейек-януарҙарҙы һуғаралар; Ҡырағай ишәктәр һыуһын ҡандыралар.
Раббы исеменә маҡтау яуҙырһындар, Сөнки бары Уның исеме юғары. Уның шөһрәте ер һәм күктәрҙән өҫтә.
Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.
Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә.
Сөнки, күктәр нисек ер йөҙөнән бейек булһа, – ти Раббы, – Минең юлдарым – һеҙҙең юлдарҙан, Уйҙарым һеҙҙең уйҙарҙан бейегерәк.
Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен.