6 Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың,
Әммә әгәр Алла ауыҙ асып, Һиңә яуап бирергә теләһә,
Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда.
Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы?
Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.
Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы?
Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме?
Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл».
Әммә һиңә шуны әйтәм: Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең, Сөнки Алла кешенән бөйөк.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Яландарҙа шишмәләр урғылттың; Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың.
Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек;
Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.
Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине.
Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен».
Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе.
Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы.