3 Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым.
Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ.
Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы?
Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар.
Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ.
Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?»
Әйүп һымаҡ кеше бармы? Ул бит хаяһыҙлыҡты һыу эскәндәй һөйләй.
Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың.
Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ.
телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр.
Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине.