11 Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо?
Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор.
Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай.
Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй, Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни?
Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып, Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә,
Шуға күрә асыуланып Мин ант иттем: «Улар Минең тыныс-имен урыныма Бер ҡасан да инмәйәсәк!»
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән.
Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.