10 Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?
Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Ләкин Алла өнһөҙ торһа, Кемдең Уны ғәйепләр өсөн баҙнаты етер? Әгәр ҙә йөҙөн йәшерһә, кем Уны күрә алыр? Аллаһыҙ кеше хакимлыҡ итмәһен, Халыҡҡа тоҙаҡ ҡормаһын өсөн, Ул ҡәүемдән дә, айырым кешенән дә өҫтөн.
Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы?
Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр.
Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр?
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр?
Сионға: „Бына нимәләр буласаҡ!“ – тип Беренсе булып Мин әйттем; Йәрүсәлимгә һөйөнсө белдереүсе ебәрҙем.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?
Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти: