Әйүп 10:7 - Изге Яҙма7 Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең. Faic an caibideil |
Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.
һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –