5 Көндәрең кешенекеләй һанаулымы? Йылдарың бәндәнеке һымаҡ ҡыҫҡамы?
Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы?
Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ.
Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты.
Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың, кейемдәй улар алмаштырылыр. Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти.
Ләкин, һөйөклөләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн – мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң.