22 Дөм ҡараңғы, үлем шәүләһе баҫҡан, Һис бер тәртип булмаған бер тарҡау ергә, Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булған урынға».
Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә,
Нағаманан килгән Софар былай яуапланы:
Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм,
Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем
Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын.
Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ.
Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы?
Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.
Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке; Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың.
Һин бар ҡылдың төньяҡ менән көньяҡты, Тавор менән Хермон тауҙары Һинең исемеңә рәхмәт уҡый.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.
Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.
Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».