Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 10:16 - Изге Яҙма

16 Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 10:16
11 Iomraidhean Croise  

Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең?


Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә.


Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ.


Сабырлыҡ һаҡланым таңға саҡлы; Раббы, арыҫландай, һөйәктәремде онтаны; Йә Раббы, Һин мине көнөн дә, төнөн дә Әжәлемә алып бараһың.


Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты.


Ул мине айыу һымаҡ һағалап торҙо, Арыҫландай аңдып ятты.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?


Раббы үҙегеҙҙе һәм тоҡомдарығыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетһеҙлектәр, яман һәм оҙайлы ауырыуҙар менән язалар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan