11 Мине ит һәм тире менән кейендерҙең, Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең.
Һин мине һөт һымаҡ түгеп, Эремсек кеүек ҡуйыртманыңмы?
Йәшәү бирҙең, һөйөүеңде бүләк иттең, Йәнемде хәстәрләп һаҡлап торҙоң.
Беләм, Раббы ярлының хоҡуғын яҡлар, Фәҡиргә хаҡ хөкөмөн ҡылыр.
Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә.