9 Шайтан Раббыға: – Әйүп Алланан буштан-бушҡа ҡурҡамы ни? – тип яуапланы. –
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.
Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала?
Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.
Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, – ысынлап та, оло табыш ул.
Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды.