3 Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте.
Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.
Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.
Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.
Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр бирҙе лә үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙ аллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.
Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.
ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,
Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары беҙҙеке буласаҡ, улар беҙҙең менән йәшәйәсәк!
Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған.
Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине.
Менахем был саҡлы көмөштө, кеше башына илле шекел көмөш түләргә ҡушып, Исраилдың байҙарынан йыйып алды. Бынан һуң Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренән сығып үҙ иленә ҡайтып китте.
Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ;
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә.
Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән.
Улдары сиратлап өйҙәрендә табын ҡора, бергә ашап-эсеп ултырырға ҡыҙ туғандарын да саҡыра торғайны.
Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто? Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“
Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем, Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем, Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым.
Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам;
Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем, Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем.
Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе.
Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Бабил батшаһы Навуходоносор тарафынан ҡыйратылған Ҡыдар менән Хасор батшалыҡтары тураһында Раббы былай ти: «Ҡыдарға һуғыш менән барығыҙ! Шәреҡ халҡын юҡҡа сығарығыҙ!
Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.
Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә,
Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр.
Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.
Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны.
Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине.
Дауыт ул ерҙәргә һөжүм иткәндә, ирме, ҡатынмы – береһен дә тере ҡалдырманы. Ҡуйҙарын, үгеҙҙәрен, ишәктәрен, дөйәләрен ҡыуып алып китте, кейем-һалымын тартып алыр һәм Ахишҡа кире ҡайтыр булды.