21 Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!»
Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».
Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе.
Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән.
Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер.
Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды.
Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.
Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы.
Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер?
Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш!
Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ!
Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә».
Һин бит нәсихәтемде күрә алмайһың, Әйткәндәремде һанға һуҡмайһың.
Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.
Кеше әсә ҡарынынан нисек сыҡһа, үлгәс тә был донъянан шулай китә. Нисек килгән, барыһын да ҡалдырып, шулай китә, көс түгеп ирешкән хеҙмәт емешенән уның ҡулында алып китерлек бер нәмәһе лә булмаясаҡ.
Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа?
Бындай кеше ғүмер көндәренең иҫәбе хаҡында бик уйланып бармай, сөнки Алла уның күңелен шатлыҡ-ҡыуаныс менән тултыра.
Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.
Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға, Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо? Раббы Үҙе түгелме ни? Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ; Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне, Ҡанунына ҡолаҡ һалманы.
Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.
Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни?
Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?
Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»
Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.
бөтә нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.
Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: Ғайса Мәсихтә һеҙгә Алла ихтыяры шундай.
Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмайбыҙ.
Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.
Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле.
Илемдән тулы сыҡҡайным, Раббы мине буш ҡул ҡайтарҙы. Ниңә һеҙ миңә Ноғоми тип өндәшәһегеҙ? Раббы миңә ҡаршы булды, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе мине хәсрәткә һалды, – тине.
Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.
Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен.