20 Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.
Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.
Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте.
Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.
Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.
Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым.
Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр.
Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.
Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.
Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным.
Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.
Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер.