Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 1:19 - Изге Яҙма

19 Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 1:19
12 Iomraidhean Croise  

Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.


Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө.


Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Улдарың менән ҡыҙҙарың өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.


Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.


һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ.


– Әйҙә пелештиҙәр менән бергә үләйем! – тип ҡысҡырып бөтә көсө менән бағанаға эткәйне, йорт пелешти бейҙәре һәм тотош халыҡ өҫтөнә емерелеп төштө. Шимшон үҙе менән ҡуша үлтергән кешеләр һаны ғүмере буйына үлтергәндән күберәк булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan