18 Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Улдарың менән ҡыҙҙарың өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.
Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ.
Бер көндө Әйүптең улдары менән ҡыҙҙары өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.
Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.
Улдары сиратлап өйҙәрендә табын ҡора, бергә ашап-эсеп ултырырға ҡыҙ туғандарын да саҡыра торғайны.
Тәнемдән умырып ала, яра һала, Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана.
«Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам.
Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ.
Бәлки, балаларың Уға ҡаршы гонаһ иткән дә, Уларҙы үҙ енәйәттәренең ҡулына тапшырғандыр.
Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын.
Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш.
Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!»
Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды,
Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.