Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 1:16 - Изге Яҙма

16 Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 1:16
13 Iomraidhean Croise  

Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы,


Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе.


– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.


– Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто.


Быға тиклем килгән башлыҡтар менән уларҙың яугирҙәрен күктән төшкән ут ялмап юҡ итте. Инде минең йәнемде һәләк итмәсе, зинһар!


Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла,


Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.


Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы.


Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan