13 Бер көндө Әйүптең улдары менән ҡыҙҙары өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.
Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.
Бер сапҡын килеп Әйүпкә: – Үгеҙҙәр ер һөрә, яҡында ишәктәр утлап йөрөй ине.
Улдары сиратлап өйҙәрендә табын ҡора, бергә ашап-эсеп ултырырға ҡыҙ туғандарын да саҡыра торғайны.
Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең.
Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый.
Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.