Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйүп 1:12 - Изге Яҙма

12 Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйүп 1:12
17 Iomraidhean Croise  

– Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте.


«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте.


«Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә».


Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ.


Бер көндө Әйүптең улдары менән ҡыҙҙары өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине.


Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села


Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.


Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.


Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк.


Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan