Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйтемдәре 7:2 - Изге Яҙма

2 Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Өгөтөмдө тотһаң – көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйтемдәре 7:2
16 Iomraidhean Croise  

Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде.


Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң.


Уларҙы күҙ уңыңдан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт,


Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


– Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.


Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла.


Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы.


Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan