Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Әйтемдәре 1:5 - Изге Яҙма

5 хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Әйтемдәре 1:5
18 Iomraidhean Croise  

– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.


Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят.


Әгәр ҙә аҡылың булһа – тыңла, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал.


«Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ!


Аҡыллылар, мине тыңлаған аңлылар әйтер:


Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр.


Мыҫҡылларға яратыусы әҙәм аҡыл эҙләһә лә таба алмаҫ, зирәккә белем анһат бирелер.


Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар.


Хаяһыҙҙы шелтәләһәң, бер ҡатлылар һабаҡ алыр, аҡыллыны тәнҡитләһәң, өгөт-нәсихәтте алыр.


Мыҫҡыллаусыға яза биргәндә, бер ҡатлы аҡылланыр; аҡыллыға өгөт бирһәң, үҙенә белем алыр.


Нәсихәтемде тыңлағыҙ – аҡыл туплағыҙ, уны һис тә кире ҡаҡмағыҙ.


Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр.


Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ.


Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan