Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ефестарға 4:2 - Изге Яҙма

2 Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән ҡабул итегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән кисерегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән ҡабул итегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ефестарға 4:2
28 Iomraidhean Croise  

Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары.


Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Села


Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе, күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы.


Кешенән көлгәндән Раббы Үҙе көлә, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә.


Һәр нәмәнең ахыры уның башынан хәйерлерәк; Сабыр кеше һауалынан яҡшыраҡ.


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.


Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.


Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына,


Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,


Шулай итеп, татыу йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата миһырбанлы, туған йәнле һәм рәхимле, тыйнаҡ булығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan