Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ефестарға 2:1 - Изге Яҙма

1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ефестарға 2:1
21 Iomraidhean Croise  

Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.


Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған.


Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән.


Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!


сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды.


Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ.


Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр.


ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.


Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе.


Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне, йәшәһә лә, тереләй үле инде.


Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында.


Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә Алланың ете рухы һәм ете йондоҙо булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan